Башҡорт теле көндәре аҙналығы

Декабрь 7, 2021 Просмотров: 98

Беҙҙең Иҫке Байыш урта дөйөм белем биреү мәктәбендә бөгөн, 7-се декабрь көндө Башҡорт теле көндәре аҙналығы башланып китте.

Был көндөң девизы: «Башҡорт теле – иманлы тел “ тип атала. Иманлы кеше ниндәй була? тигән һорау буйынса 7,8,9-сы классуҡыусылары менән фекер алыштыҡ.Һәр уҡыусы ошо һорауға үҙенең яуабын бирҙе.

Балаларҙың яуаптарында итәғәтле, мәрхәмәтле ,аҡыллы, әҙәпле ,тәртипле, уҡымышлы кешене иманлы кеше тип күҙаллауҙары бик шатландырҙы.